Бейеү бит ул – ялҡынлы дәрт,
Бейеү – спорт һәм сәнғәт.
Бейеү – талант һәм хеҙмәт ул,
Бейеү – тылсымлы хикмәт…
Еңел һөйәкле, аяҡтары ергә теймәй ҡоштай осоп йөрөгән бейеүсене кемдәр генә яратмай ҙа кемдәр генә хөрмәт итмәй икән?! Халыҡ-ара фестивалдәр дипломанты “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәрен һәм ҡыҙҙарын нәҡ ана шул сифаттары өсөн ярата ла инде тамашасы. Ҡайҙарҙа ғына сығыш яһамаһындар, уларҙы һәр ерҙә көтөп алалар, ихлас алҡыштарға күмеп, гөл-сәскәләр менән оҙатып ҡалалар…
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарованың тырышлығы менән филармония асылған көндән эш башлаған “Сибай” бейеү ансамбле сирек быуат ваҡыт эсендә үҙен һәләтле, ысын мәғәнәһендә сәнғәткә бирелгән бейеүселәр тупланған ижади коллектив итеп танытты.
Бөгөн исемдәре тотош республикала киң билдәле күп кенә бейеү оҫталарын тәрбиәләгән ансамбль ул. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Урал Мортазин, Йәмилә Бикбаева, Сулпан Асҡарова үҙҙәре генә ни тора! Ә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова, бай тәжрибәле бейеүселәр Ләйсән Таштимерова, Гүзәл Әсәҙуллина, Рәзилә Нәбиуллина, Самат Мираҫбаев, Гөлназ Нәҙершина, Лариса менән Илдар Хәтмуллиндар өсөн “Сибай” бейеү ансамбле күптән инде үҙ һәм яҡын – уларҙың бар хеҙмәт ғүмерҙәре уның менән бәйле. Илфат Мусин, Илсур Юламанов, Гөлнара Иҫәнаманова, Оксана Похващева, Әлиә һәм Йәмил Нурмөхәмәтовтар ҙа ярайһы ғына йылдар сәхнәлә сығыш яһай. Һәр береһе үҙҙәренә генә хас оҫталығы менән тамашасы һөйөүен ҡаҙанған бейеүселәр.
Һуңғы ике-өс йылда ансамбль байтаҡ йәш көстәр менән тулыланды. Радмир Туҡбаев, Фәйрүзә Абыҙгилдина, Айнур Ишмөхәмәт, Иҙрис Таҡалов, Артур Алсынов, Илсиә Ишәева, Рәғиҙә Юнысова, Рушан Атанбаев, Фәнис Үтәбаев, Фәйез Үҙәнбаев һәм Регина Иҫәнбаеваларға өлкән ағай-апайҙарынан бейеү сәнғәте серҙәренә өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.
Халыҡ араһында киң популярлыҡ яулаған оло байрамдарҙы, ғаилә тантаналарын, хатта өҫтәренә ишелгән ауыр мәлдәрҙе лә йыш ҡына туғандарынан, ғаиләһенән ситтә – гастролдәрҙә үткәргән бейеүселәр күптәр өсөн ысын сабырлыҡ, хеҙмәткә тоғролоҡ өлгөһө ул! Уларҙың бурысы – милли бейеүҙәребеҙҙең ҡотон һаҡлап алып ҡалыу, халыҡҡа еткереү һәм замандаштарыбыҙға ысын сәнғәт өлгөләрен бүләк итеү. “Башҡортомдоң хазинаһы – йырлы-моңло сибайҙар!” тип исемләнгән бай йөкмәткеле концерт программаһының үҙәгендә лә бит тап “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тора. (Фото Ринат Муллағилдин)
Автор: Мотал РӘМОВ.
Источник: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/25776-beyeseg-ytmge.html