Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә балаларға бүләктәр биреү, сағыу байрамдар ойоштороу матур йолаға әйләнде. Сибай концерт-театр берекмәһендә лә был сара бик күңелле үтте. Байрам бинабыҙ алдында башланып китте. Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн уйындар, конкурстар, балалар һүрәттәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Аквагрим оҫталарынан һүрәт эшләтеү мөмкинлеге булды. Әкиәт персонаждары — “Сулпан” балалар театры артистары, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары балалар менән ҡуша төрлө күнекмәләр башҡарҙы, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусылар татлы бүләктәр алып ҡыуанды. Һуңынан балалар һәм уларҙың ата-әсәләре “Ҡыйыу ҡурғаш һалдат” спектакленең премьераһын ҡарау өсөн филармонияның ҙур залына саҡырылды.