Сибай концерт-театр берекмәһе 30-сы ижад миҙгелен ҙур концерт менән асты. Бынан өс тиҫтә йыл элек ҡалала филармония, республикала берҙән-бер «Сулпан» балалар театры булдырыла. Әле был ике мәҙәни усаҡ бер ҡыйыҡ – бер берекмә аҫтында эшләй һәм мәҙәниәткә, сәнғәткә хеҙмәт итә. Яңы ижади миҙгелгә коллектив етди әҙерләнде: яңы йырҙар, яңы бейеүҙәр тамашасы хөкөмөнә сығарылды, сәхнә кейемдәре тектерелде. Тамашаға филармонияның тәүге ҡарлуғастары, хәҙер инде республикабыҙҙың билдәле сәнғәт әһелдәре – Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙан артистары Азамат һәм Нәсимә Тимерова, Гөлназ Аҡназарова, Лилиә Ишемйәрова, Фәнил һәм Гүзәл Әсәҙуллиндар, Фәйзулла Ғөбәйҙуллин һәм Эльвира Аҡназарова, Ләйсән Таштимерова, Айтуған Дәүләткирәев, Сулпан Асҡарова (Ҙур концерттың режиссеры), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Ринат Ишмуллин, Әлмира Ҡыуатова саҡырылыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Улар концерт ҡарағандан һуң эштәре лайыҡлы дауам итеүгә ифрат ҡыуанды.
Ауыр мәлдәрҙә асылып, ҡолас йәйеп эшләп китеп, һынауға дусар булып, бинаһыҙ ҡалһаҡ та берекмә тамашасыларға күңелле ял минуттары бүләк итеүҙән, юғары сәнғәткә, мәҙәниәткә ылыҡтырыуҙан туҡтаманы. Бынан ике йыл элек республика, ҡала етәкселеге ярҙамы менән ижади коллектив мөһабәт биналы булды. Әле бында мәҙәни тормош гөрләй, ижади усаҡ ҡалабыҙ халҡын ғына түгел, тотош Урал аръяғы, республика, ил тамашасыһын төрлө саралары менән ҡыуандыра. Коллективта әлеге көндә 157 хеҙмәткәр эшләй. Йылына 750 имрәһе сара үткәрелә, уларҙы ярты миллиондан ашыу тамашасы ҡарай, республикала иң ҙур сәхнә экраны, иң ҙур автопарк Сибай концерт театр берекмәһендә булыуы ҡыуаныс.
Миҙгел асыу тантанаһында бер төркөм артистарға, хеҙмәткәрҙәргә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Мәҙәниәт министрлығының, Сибай ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары тапшырылды.
Әлбиттә, Сибай тамашасыһы алғы һыҙыҡта һәләк булған батыр йөрәкле бейеүсебеҙ Илнар Хәтмуллинды аяғүрә баҫып иҫкә алды. Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев әйтеүенсә, әлеге көндә махсус хәрби операцияла беҙҙең ҡаланан 300-ҙән ашыу ир-егет ҡатнаша. Өлөшләтә мобилизацияға иң күп кеше Сибай концерт-театр берекмәһенән оҙатылыуҙы ла башлыҡ һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әле улар беҙ тыныс тормошта йәшәһен, ижад итһен өсөн һаҡта тора.