
Йылайыр районында үткән Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Республика башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурсында Сибай концерт-театр берекмәһенең артисы Ринат Ғайсин I дәрәжә диплом һәм лауреат исемен яуланы. Ғайсиндар ғаиләһе шулай уҡ Ғаилә ансамбле номинацияһында ла I –се дәрәжә диплом һәм лауреат исеменә лайыҡ булды.
Афарин! Уларға ижади уңыштар, яңы үрҙәр һәм сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ.