
Башҡортостанда 2018 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә йылының саралары ғаилә институтын үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелә. Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы тап ошо маҡсаттар менән Ғаилә йылын “Татыу ғаилә – ил күрке” исемле концерт программаһы менән асты һәм Сибай тамашасыларына матур, сағыу тамаша тәҡдим итте.