«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры- 2017» конкурсының Гала-концерты үтте. Тамашала Сибай концерт-театр берекмәһенең “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө һәм Айгөл Әсәҙуллина ҡатнашты.
Филармониябыҙҙың йәш йырсыһы Зәлиә Нурлыны мәртәбәле конкурста ҡатнашып лауреат исемен алып ҡайтыуы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңынан-яңы ижади үрҙәр, ҙур уңыштар яуларға яҙһын, тип теләйбеҙ.
