Ғаяз Ғиниәт улы Ғәйетбаев 1980 йылдың 28 ғинуарында Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Таланттар төбәге—Буранбайҙа бит сабыйҙар илап түгел, йырлап тыуа, тиҙәр. Йырлап тыуғас, йырлап йәшәйҙәр ҙә, йыр-моңон башҡаларға бүләк итәләр, дан ҡаҙаналар. Ғаяз да Сибай филармонияһында 2002 йылдан алып эшләй. Әле ул Сибай концерт-театр берекмәһенең алдынғы артист-вокалисы, солисы, 2021 йылдан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы маҡтаулы исемен йөрөтә. Ҡала, республика кимәлендәге күләмле мәҙәни сараларҙы алып барғаны, тел, милләт, рух һағындағы йәмәғәт эшмәкәрлеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән баһаланған.
ТУЛЫРАҠ САЙТТА.