Сибай концерт-театр берекмәһенең вокал артисы
Йәғәфәр Нәҙершин ҡалалаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы «Беҙҙең самый йырлар саҡ» тип исемләнгән шәп концерт ҡуйып ҡыуандырҙы.
Концерттың программаһы бик бай һәм ҡыҙыҡлы! Уҡытыусы, мәктәп директоры, йырсы ла булған Йәғәфәр Нәҙершин башҡарыуында яратҡан йырҙарҙы ишетеү – тамашасылар өсөн оло шатлыҡ булды. Шулай уҡ ижадташ дуҫтары –
Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дим Шәрәфиев, популяр йырсы Фаил Йортбаҡов, оркестр артистары Рәсих Садыҡов, Анастасия Илһамова, Сергей Филиппов, Альберт Дәүләтшин, Лилиә Солтанова, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре, «Эдельвейс» ансамблдәренең иҫ киткес
сығыштары ла концерттың атмосфераһын тағы ла байытып ебәрҙе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Альмира Ҡыуатова ҡуйған концерттың режиссураһы, сценарийы бик үҙенсәлекле. Концертты әҙерләүсе ижади төркөм тамашаны иҫтә ҡалырлыҡ, мауыҡтырғыс итеп эшләгән.
Йәғәфәрҙең күңел түренән, йөрәгенән сыҡҡан моң барыһын да арбаны. Тамашасылар концерт залынан 20 йәшкә йәшәреп сыҡтыҡ, тип дәртләнеп ҡайтты.





