Сибай концерт-театр берекмәһе солисы Азат Исҡужиндың “Күңел нурым ғаләм яҡтырта” концертын ҡалалаштар бик йылы ҡабул итте.
Ижады, тормошо, рухи ныҡлығы менән күптәргә өлгө булған һәләтле егетте күтәрмәләргә яҡташтары, дуҫтары, туғандары, яҡындары килде. Азаттың йырҙарын уҡыусылар ҙа, ижадташ дуҫтары ла ихлас башҡарҙы. Үҙе лә аһәңләнеп йырланы ла йырланы.
Профессиональ сәхнәлә был Азаттың икенсе концерты. Былтыр көҙ ул ошо концерты менән Өфөлә сығыш яһаны.
Афарин, Азат! Моң шишмәң бер ваҡытта ла һайыҡмаһын, бөгөнгөләй унан йырҙар урғылып торһон