Кисә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында ҡурайсылар, оҫталар һәм милли музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың семинары үтте. Был сарала ил һәм донъя кимәлендә танылыу алған милләттәштәребеҙ араһында Сибай концерт-театр берекмәһенән Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов ҡатнашты. Фекер алышыуҙа һәр кем үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Семинар аҙағында Башҡортостан ҡурайсылар берлеге яңы ағзаларына таныҡлыҡтар тапшырҙы.