Тамаша башында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министр урынбаҫары Ринат Рәшит улы Ғайсин сәләмләп, залдағы гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы, берекмәнең юбилярҙары – музыка бүлеге мөдире Лилиә Сәлим ҡыҙы Солтанова, костюмер Таңһылыу Ағзам ҡыҙы Йәндәүләтоваға Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығының почет грамоталарын тапшырып үтте.
Йыр-моң аша артистарыбыҙ театрлаштырылған тамашала ғаиләлә татыу йәшәү өсөн нимә кәрәк: гармония, бер-берең менән аралашыу, әллә мөхәббәт телен белеүме тигән һорауҙарға яуап эҙләнеләр.
Байрам концерты бер һулышта үтте. Матур ял кисәһе тамашасылар өсөн ҙур бүләк булды.







