«Сулпан» балалар театры «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» – «Театр – балаларға» федераль проекты ярҙамында ике пассажирҙар һәм йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән Газель NEXT автомобилдәре менән тулыланды.
«Берҙәм Рәсәй» партияһына, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ә артистарыбыҙға сыҡҡан юлдарында имен-һау йөрөһөндәр, тип кенә теләргә ҡала!
