18 апрель Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә.

Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.

Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре милли кейемдәрҙә фотосессия үткәреп, күркәм байрамға ҡушылды.