Ҡурған өлкәһендә үткән башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә Сибай концерт-театр берекмәһе бай йөкмәткеле, рухлы концерт менән сығыш яһаны. Беҙҙең артистарҙы милләттәштәребеҙ бик йылы ҡабул итте, дәррәү алҡыштарға күмде.