11 декабрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Батырҙарҙы данлар илем бар» исемле музыкаль драмаһын тәҡдим итте.
«Сулпан» балалар театры һәм Сибай филармонияһы артистары тыуҙырған үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ образдар, йыр-бейеүҙәр тамашасыларҙың күңеленә хуш килгәндер тип ышанабыҙ.
Кисәлә Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына йомғаҡлау яһалды. Эш һөҙөмтәләре буйынса коллегаларабыҙ Сибай концерт-театр берекмәһенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Юлмөхәмәтова Айгөл Айтуған ҡыҙы – драма артисы
Ниғмәтуллина Яҙгөл Фәрит ҡыҙы – драма артисы
Ғиззәтуллина Эльвира Фәрит ҡыҙы- драма артисы
Шәйәхмәтов Фидан Азамат улы – драма артисы
Әхмәтшина Роза Марат ҡыҙы – сәхнәгә ҡуйыу бүлеге етәксеһе
Тайсинов Мансур Радик улы – сәхнә ҡороусыһы













