Мәҙәниәт

2020 йыл – Сысҡан (Ҡомаҡ) йылы. Был йондоҙнамә аҫтында тыуғандар дәртлеләр, әүҙемдәр. Шуларҙың береһе – Сөмбөл Моратова.

Сөмбөл Моратова, Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы:

Йылдар бер-береһенә оҡшамаған, әммә уларҙың һәр береһе үҙенсә матур. Ергә үҙ йылым—Ҡомаҡ йылы килде. Һәр ваҡыттағыса Яңы йылды өйҙә, ғаилә менән ҡаршы алдыҡ.

Уҙған 2019 йылда яңы программалар өҫтөндә эшләнек, үҙебеҙҙе йырсы булараҡ ҡына түгел, ә актер, бейеүсе булараҡ та һынап ҡарарға тура килде. Ә 2020 йылдың февраль айында айырым концертымды тамашасыма тәҡдим итергә уйлайым. Был 15 йыллыҡ эш тәжрибәмә ниндәйҙер кимәлдә йомғаҡ яһау сараһы ла булып тора.

Йондоҙнамәгә ышанмайым, әммә “ҡомаҡ”тарҙың тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр икәнен беләм. Һәр нәмәгә позитив күҙлектән ҡарарға тырышам. Башҡаларҙың да тормоштоң яҡшы яҡтарына күберәк иғтибар итеп, ҡыуанып йәшәүҙәрен теләр инем. Яңы йыл муллыҡ, именлек алып килһен!

Резеда Валиева

Источник https://ataysal.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/KONTsERTIMA-SA-IRAM-69881/