Ҡаршы алығыҙ: Сөмбөл Моратова
Бәләкәй саҡтан бейергә яратҡан…Кескәй ҡыҙ, ауылға концерт менән килгән Рәшиҙә Туйсинаны, Зөлфиә Ҡудашеваны эләкләп, үҙ-үҙенә бейеү һалған. Хатта бер заман әсәһенән Ҡудашеваныҡы һымаҡ батмус та таптырған. Ағиҙелдә һыу инеп, Ҡыйрат тауы битләүендә уйнап үҫкән Сөмбөлдөң иң яратҡан шөғөлө—“концерт ҡуйыу” булған. Нишләптер һәр йома өйҙә ошо “уйынды” ойошторғандар. Айбулат ағаһы шиғыр һөйләһә, Инсаф ағаһы синтезаторҙа уйнаған, ә кескәй ҡыҙ йә бейегән, йә ултырғысҡа баҫып йырлаған… Тамашасы ролендәге атай менән әсәй кинәнеп балаларының сығышын ҡараған, ҡыҙ-улдарының күңеле булһын тип ҡул да сапҡан.
Ул саҡта, бәлки, Сөмбөлдәренең бейеүсе булып китеүенә шиклән-мәгәндәрҙер ҙә. Әммә ҡыҙ 9-сы класты
тамамлау менән Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә имтихан тапшыра. Бейеүгә ғашиҡ Сөмбөлдөң йырға ла һәләте булған икән шул. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, студент булып китә. Ҡулына диплом алғас, Нефтекама филармонияһында бер йыл эшләп Сибайға ҡайта. Был аҙымы ла юҡҡа түгелдер! Кешене бит яҙмыш, эсәр һыу йөрөтә. 2005 йылда Сибай филармонияһында эш башлай ул. Берҙәм, талантлы коллективҡа тиҙ өйрәнә, күнегә. Иң мөһиме ул ошонда үҙенең һөйгән йәрен—Ғәйсәрҙе осрата. Егет филармонияның тауыш режиссеры була. Йәштәр 2006 йылда өйләнешә. Шулай итеп, 12 йәшендә “Ирәндек моңдары” конкурсына килеп, “Һандуғас” йырын йырлап, еңеү яулап, үҙе лә “һандуғас” исемен алған Сөмбөл Баймырҙина хәҙер инде Моратова булып китә. Ә Башҡортостаныбыҙҙың йыр-моң күгендә Сөмбөл Моратова тигән йондоҙ ҡалҡа.
Йәтеш, ыҡсым кәүҙәле, асыҡ йөҙлө, сағыу һәм үҙенсәлекле тауышлы Сөмбөл Моратованың үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ моңо бар. Уның сәхнәгә сығыуына 15 йыл да булып киткән. Ошо дата һәм үҙенә 35 йәш тулыу айҡанлы, ул 6 февралдә тәүге айырым концерты менән сығыш яһаясаҡ.
—Был концертта нимәләр буласағын алдан һөйләп бөткөм килмәй. Әҙерәк сер һаҡлайыҡ әле. Минең ижадыма арналған сарала коллегам Фаил Йортбәков, музыкант Айнур Әминев, музыка йәһәтенән ярҙам итеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, “Сибай” бейеү ансамбле бейеүселәре, әхирәтем, курсташым, ҡылҡумыҙҙа уйнау оҫтаһы Зәлиә Ғиниәтуллина ҡатнаша. Алдан шуны ла әйтәм: концертым тамашаға, күп һүҙ һөйләүгә ҡоролмаған. Мин халыҡ менән тере диалог ҡорасаҡмын һәм йырҙарымды бүләк итәсәкмен. Ҡалғанын иһә концертыма килгәс күрерҙәр.
Форсаттан файҙаланып, шуны өҫтәйем: концертымды ойоштороуға мөмкинлек биргән концерт-театр берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошевҡа, сараны музыка йәһәтенән биҙәүсе Рәмил Туйсинға, афишалар эшләүсе дуҫыбыҙ, дизайнер Артур Батыршинға ҙур рәхмәтлемен,—ти йырсы.
Бала саҡта бейеүгә мөкиббән булған, аҙаҡ йыр юлын һайлаған Сөмбөл Моратова хәҙер әҙәбиәткә тартыла. Бала саҡтан китап уҡырға яратҡан ҡыҙ бөгөн филолог һөнәрен дә үҙләштергән. Был да юҡтан түгел. Уның атаһы ла, әсәһе лә бар ғүмерен мәғарифҡа арнаған шәхестәр. Атаһы Ривал Рәхмәт улы Бөрйән районы Монасип ауылы мәктәбе директоры булған, рус теленән дә, тарихтан да уҡытҡан. Бөрйән районында 7 мәктәп төҙөткөн кеше лә ул. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исемдәрен йөрөтә. Ә әсәһе Фәриҙә Фәсхетдин ҡыҙы—Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты Гранты лауреаты. Балаларға башҡорт теленән белем биргән.
—Холҡом менән күберәк әсәйемә оҡшағанмындыр. Ул да йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ. Баҫалҡы, тыныс. Мин, уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкәнгәмелер, һәр яҡтан өлгө булырға тырыштым. Олипиадаларҙа ҡатнаштым, спортты ла яраттым, сараларҙың уртаһында йөрөнөм. Шиғыр ҙа яҙып маташам. Әйткәндәй, әлеге концертта үҙемдең һүҙҙәремә яҙылған ике йыр яңғыраясаҡ, тамашаның сценарий авторы ла үҙем,—ти Сөмбөл.
Моратовтар әлеге көндә Иҫке Сибай ауылында йәшәй. Ғәйсәр менән Сөмбөлдөң бар эштәре юл йөрөүгә—гастролдәргә бәйле булһа ла, өйҙәге эштәргә лә өлгөрәләр. Сөмбөлдөң: “Күпләп ҡош-ҡорт көтәм. Ваҡыт ҡына етеңкерәмәй, мал да тотор инек әле”,—тиеүе генә лә уның уңған, хәстәрлекле хужабикә булыуы хаҡында һөйләй. Ғәйсәр иһә өйҙә лә тауыш яҙҙырыу менән мәшғүл икән.
—Юл йөрөүҙән, шау-шыулы сараларҙан шул тиклем арыйбыҙ, шуға өйҙә тыныслыҡ булдырырға тырыша-быҙ. Улыбыҙ Кәрим дә беҙҙең менән гастролдәргә йыш йөрөй, ул да арый. Уға ни 5 йәш кенә. Бәләкәй булһа ла әленән хеҙмәт менән тәрбиәләргә ынтылабыҙ. Нимә эшләшкеһе килһә лә тыймайбыҙ, боҙһа—боҙһон, түкһә—түкһен, тик эшләп ҡараһын, тибеҙ. Мин ҡамыр баҫһам да эргәмдә он менән буталып йөрөй. Ғөмүмән, балалар тәрбиәләүгә минең үҙ ҡарашым бар. Партия, комсомол, пионер заманына күнеккән ата-әсәләр беҙҙе бер рамка эсендә тотто. Улай ярамай, былай ярамай. Шулай итеп, беҙ баҫылғанбыҙ, үтә ныҡ иплебеҙ. Хәҙерге заман кешенән сослоҡ, ҡыйыулыҡ талап итә. Беләме-юҡмы ҡыҫтырылһын, эшләп ҡараһын ул бала. Беҙ “ярамай”ҙар менән баланың бәләкәйҙән үҙбаһаһын төшөрөргә тейеш түгелбеҙҙер. Әлбиттә, сама кәрәк,—ти Сөмбөл Моратова.
Ижади ғаилә ул Моратовтар. Әле Ғәйсәр тауыш яҙҙырыу менән генә булышһа, ул да матур йырлай икән. Тик сәхнәнән әлегә тартыла. Ә Кәрим бейергә ярата, әммә оялсанлығы халыҡ алдына сығыуына ҡамасаулап тора.
Бәләкәйҙән спорт яратҡан Сөмбөл ғаиләһе менән саңғыға баҫырға ла уйлай.
Бына шундай ул Сөмбөл! Белемле лә, спортты ла ярата, Бөрйән ҡыҙҙарына ғына хас мөләйемлелеге бар. Өҫтәүенә талантлы ла, ябай ҙа… Сөмбөлгә ижади уңыштар, зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!
Резеда Усманова.
Источник https://ataysal.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/arshi-ali-i–S-mb-l-Moratova-102485/