АТЛЫЛАРҒА ДАН ЙЫРЛАНДЫ

Атлыларға дан йырланды

“Башҡортостан халҡы тарихында Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап ҡалған, еңеү яулауға ҙур өлөш индергән атлы ғәскәрҙәр етәксеһе, генерал-майор, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Миңлеғәле Шайморатов айырыуса мәртәбәле урындарҙың береһен алып тора.

Күптән түгел Сибай концерт-театр берекмәһе Бөйөк Еңеүҙең—75 йыллығына һәм Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуы-
на 120 йыл тулыуға арнап “Эйәрле ат беҙ
менгәндәр” тип исемләнгән бай тамашаны сәхнәгә сығарҙы.  Концерт программаһының сценарий авторы–Шәһит Хоҙайбирҙин исемен-дәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры–Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин, театрлаштырылған тамаша режиссеры—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Минзилә Ҡотошова.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Хәсәнов Миңлеғәле Шайморатов ролен профессиональ кимәлдә башҡарып, тамашасыға бөйөк генерал образын күрһәтә алды.

Башҡорт дивизияһында Миңлеғәле Шайморатовтың абруйы ҙур була. Һалдаттар һәм офицерҙар уның етәкселе-
гендә һуғышыуҙы үҙҙәре өсөн оло мәр-тәбә тип иҫәпләй. Фронттағы иң ауыр шарттарҙа ла ул яугирҙәр тураһында хәстәрлек күрергә тырыша, бүтән командирҙарҙан да шуны талап итә.

Шайморатов етәкселегендә хәрби әҙерлек   үткән   Башҡорт         кавалерия-дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтә. 112-се Башҡорт атлылары ғәскәренә «легендар» атамаһы юҡҡа бирелмәгән. Уның яугирҙәре яу яланында батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп дан алған. Дошманға ҡаршы сыҡҡан атлылар бик ҡыйыу булған. Командованиеның иң ҡатмарлы бурысын дә урын-еренә еткереп үтәгәндәр.

Дивизия Сталинград фронтында танкылар, самолеттар менән ҡоралланған фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып, тиҫтәләрсә ауыл-ҡалаларҙы азат итә. 1943 йылдың 23 февралендә дошман тылына үткәрелгән рейдта халҡыбыҙ геройы Миңлеғәле Шайморатов батырҙарса һәләк була.

Концерт “Һабантуй” тип исемләнгән вокал-хореографик композиция менән башланып китте. Һабан байрамында баш-
ҡорт халҡына ғына хас булған милли уйын-
дар уйнауы, тыныс тормош-көнкүреше сағылдырыла. Әлфир Заманов һәм Гөлиә Сурина ғашиҡ йәрҙәр—Ибраһим менән Зәлифә образдарын оҫта башҡарҙы. Улар концерттың сағыу биҙәге булды. Көтмәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Зәлифә һөйгәне Ибраһимды уның иң яҡын дуҫы-Керчь исемле тоғро аты менән бергә һуғышҡа оҙата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугир егет ҡаты яралана. Яу яланынан ауылға тиклем юл табып,  Керчь бер үҙе ҡайтып инә.

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары яугирҙәргә, еңеү өсөн бар көсөн һалған тыл хеҙмәткәрҙәренә дан йырланы, уларҙың бөркөттәй саялығын, батырлығын һүрәтләне. “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙ сығышында башҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәренең күтәренке рухын уларҙың яуҙашы булған аттарҙың етеҙлеген күрһәтә алды. Фронттан килгән хаттарға ла, уны алған саҡтағы уй-кисерештәргә лә урын бирелгән. Концерттың тап ошо өлөшө тәрән уйға һалды, тыныс тормоштоң, иш итеп һайлаған йәреңдең ҡәҙерен белергә тағы бер ҡат өндәне.

Күптән түгел филармония коллективын тулыландырған Фларид Бирғәлин, Илнур Сәлимгәрәев, Айгиз Йомағужин, Аделина Ғәйфуллина, Имиль Зәйнәғәбдиновтарҙың тәү тапҡыр яңы коллективта сығыш яһауын тамашасылар ҙур алҡыштар менән ҡаршы алды.

Эйе, ата-олатайҙарыбыҙ, инәй-өләсәйҙәребеҙ Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән. Уларҙың көслө рухы, сыҙамлылығы беҙгә әлеге тыныс тормошто булдырған. Яугирҙәрҙе, тыл хеҙмәтсән-
дәрен ихтирам итеү, рухтары, ҡаһарманлыҡтары алдында баш эйеү–һәр кемдең изге бурысы. Тамашасыға ошоно аңлатыу, ветерандарыбыҙға дан йырлау йәһәтенән Сибай концерт-театр берекмәһе тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы һис шикһеҙ оло баһаға лайыҡ.

Источник https://ataysal.rbsmi.ru/pobeda/materials/kalendar-sobytiy/Atlilar-a-dan-yirlandi-176691/