Сибай концерт- театр берекмәһендә ҡыҙыу эш мәле бара.
Яңы миҙгелгә программалар әҙерләнә, яңы
бейеүҙәр һалына.
Шулай уҡ, «Ҡурай» каналы тарафынан Ғаяз Ғәйетбаевтың
«Ауылыма» йырына, ҡыҙҙар вокал ансамбле башҡарыуында
(Сөмбөл Моратова, Зәбирә Әминева, Зәриә Ырыҫмөхәмәтова, Гөлиә Сурина) «Етеле шәм» һәм Фларид
Бирғәлиндың «Үтә бит ул», Сибай филармонияһының егеттәр вокал ансамбле
башҡарыуында
«Басир йыры» һәм Фаил Йортбәков менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Ғайсиндың «Эх, ҡайтаһы ине»
йырынаҙарына клиптар төшөрөлдө.
«Сибай» бейеү ансамбле артистары классика һәм йога менән шөғөлләнеп физик формаларын яҡшырталар.







