Кисә «Сулпан» балалар театрында «Тылсымлы ҡурай» спектакле күрһәтелде. Башҡорт халыҡ әкиәттәре нигеҙендә ҡуйылған был спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театр – балаларға» проекты сиктәрендә әҙерләнде.
Төп геройҙар Аҡбуҙат, Урал батыр, Юлдыбай дуҫлыҡҡа тоғро, ҡыйыу, ғәҙел, ярҙамсыл булырға өйрәтәләр.
Яңы спектакль өҫтөндә тулыһынса ситтән саҡырылған ижади төркөм эшләне:
инсценировка авторы – Дамир Йосопов
режиссеры – Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев
рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров
композиторы – Магуля Мезинова
хореографы – Ольга Даукаева
Актерҙарға ҙур уңыштар теләйбеҙ һәм түҙемһеҙләнеп бәләкәй тамашасылар менән осрашыуҙы көтәбеҙ!


