БАЛА САҠ ИЛЕНДӘ ҠАЛҒАНДАР

Йәш быуында театр сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү, тамашасылар мәктәбен үҫтереү һәм сәхнә аша башҡорт телен пропагандалау өлкәһендә алыштырғыһыҙ үҙәк урынды тотҡан “Сулпан” балалар театарында инде ике тиҫтә йылдар Рәмзиә һәм Фәһим СӨНӘҒӘТОВтар ғаиләһе эшләй. Ғаилә, балалар һәм хеҙмәт коллективы ғына түгел, уй-фекерҙәре лә, идеялары ла уртаҡ был парҙың. Ике кеше араһында бындай оҡшашлыҡ нимәнән барлыҡҡа килә? Яуаптарҙы иһә беҙ Сөнәғәтовтарҙың үҙҙәренән ишетәсәкбеҙ.

Ике тиҫтә йылдар балалар театры актерҙары булған кешеләргә ошондай һорау: балалар театрында уйнау өсөн ҡайҙалыр махсус уҡыталармы, өйрәтәләрме, бармы ул шундай һабаҡ бирер урын? 

Рәмзиә:
 Юҡ, балалар театры актерҙарын махсус әҙерләгән уҡыу йорттары ла, хатта айырым факультеттары йәки бүлектәре лә юҡ беҙҙә. Балалар театры ла республикабыҙҙа бары икәү генә, береһе Өфө ҡурсаҡ театры һәм шуларҙың башҡорт теллеһе ошонда – Сибайҙа.
Мин Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙымын. Стәрлетамаҡ техникумын тамамлап, район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлымды башланым. Шул ваҡыт миңә режиссер Земфира Алтыншина “Рәмзиә, һиңә театрҙа уйнарға ине”, тип әйтә килде һәм “Сулпан” балалар театры асылыуын ишеткәс, шунда килдем һәм балалар театры актрисаһы булып киттем. Фәһим: Мин 1999 йыл Сәнғәт институтының театр факультетын тамамланым. Беҙҙең курс Рифҡәт Исрафиловтың һуңғы сығарылышы булды. Башта бер аҙ Милли йәштәр театрында сирҡаныс алып, 2004 йылда “Сулпан”ға килеп урынлаштым һәм ошо ерлектә ныҡлы төпләнеп ҡуйҙым. 

Балалар театрында эшләү драма театрҙарында эшләүҙән айырыламы ул? Бына һеҙ инде олпат йәштәге апай-ағайҙар һәм һеҙгә һаман да ҡуян-бүре булып уйнау, нисектер, күңелһеҙ түгелме? Һәр актерҙың ниндәйҙер ҙур, бөйөк образдарҙы, геройҙарҙы күрһәткеһе киләлер бит?

Фәһим:
 Ә ни өсөн һеҙ балалар театрында уйнау еңелерәктер йә күңелһеҙҙер тип уйлайһығыҙ? Иң ауыр һәм етди тамашасы тап бала ул. Һин уны ҡыҙыҡһындыра, арбай, әүрәтә алмаһаң, ул артыҡ һанашып тормай – шундуҡ иғтибарын башҡаға йүнәлтә. Балалар донъяһы бер ҡатлы булһа ла, ул хәйләһеҙ һәм ябай. Унда ике йөҙлөлөнәп, алдап, ҡыланып ҡына һыйып булмай. Кескәйҙәр алдында саҡ ҡына “халтурить” итһәң, улар быны шундуҡ тоя һәм шаяра, һөйләшә башлайҙар, тамашаның бәҫе китә. 
Рәмзиә: Балаларға уйнай алыу өсөн эстән үҙең дә ниндәйҙер кимәлдә бала булыу кәрәктер, тип уйлайым. Миндә, мәҫәлән, бәләкәс ҡыҙыҡай һаман да “йәшәй”. Бөгөн дә мультфильмдар ҡарайым, балалар өсөн сыҡҡан яңы киноларҙы ҡалдырмайым. Берәй сюжетлы мультик рекламалана икән, балалар кеүек шуны дәртләнеп көтәм һәм илай-көлә ултырып ҡарайым. Әкиәттәр, мультфильмдар миңә драматик әҫәрҙәрҙән, ҡырҡыу сюжетлы фильмдарҙан нығыраҡ тәьҫир итә. 
Унан һуң бала психологияһын яҡшы өйрәнеү ҙә шарт. Быны белмәй тороп, балалар алдына сығып тороу ҙа урынһыҙ. Сәхнә әҫәрен беренсе уҡығанда уҡ тәжрибәле актер был юлдарҙың баланы ҡыҙыҡһындыра аламы-юҡмы икәнен төшөнә. Ә шул һүҙҙәрҙе балаға еткерә алырлыҡ итеп әйтеү, хәрәкәттә, мимикала күрһәтеү инде – һинең бурыс. Һәм һин бер үк спектаклдәге бер үк ролде, һәләтең һәм баланы аңлау кимәлеңә ҡарап, әллә нисә төрҙә бирә алаһың. Иң мөһиме, балалар менән бәйләнеш булдыра алыу. Был бәйләнеш бармы-юҡмы икәнде тамашасыңдың күҙенә, йөҙөнә, уларҙың реакцияһына ҡарап ҡына беләһең. Ә балалар улар шундай аҡыллы, отҡор ул хәҙер.

Балалар театрының республикала икәү генә, ә башҡорт теллеһенең бер бөртөк кенә булыуын иҫәпкә алып, шундай һорау тыуа: ни сәбәптән балалар театрҙары булдырылмай, кәрәкме ул беҙгә? Был тәңгәлдә һеҙҙә ниндәй фекерҙәр бар?

Фәһим:
 Үҙҙәренә театр кәрәкме әллә кәрәкмәйме тигәнде балалар аңламай әле. Һәм был мәсьәләне балалар аңлап йәки уйлап ултырырға ла тейеш түгел. Был бары тик ололар һәм хөкүмәт кимәлендәге эштәр. Беҙ бөгөн театрҙарҙа тамашасылар аҙ, халыҡ концерттарға йөрөмәй, китап уҡымайҙар, гәзит-журналдар алдырмайҙар һәм, дөйөм әйткәндә, рухи яҡтан һайығабыҙ, тибеҙ. Был бит ҡапыл, бер көндә генә килеп сыҡҡан бәлә түгел. Йәки был мәҙәни ғәҙәттәрҙе лә улар бер көндә үҙләштерә алмай. Тимәк, баланы бәләкәйҙән сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәткә яҡын итеп тәрбиәләргә кәрәк. Кешегә ун һигеҙ тула ла, ул балиғ була тигән һымаҡ, ул ун һигеҙе тула ла, театрға йөрөй башлай, тигән һүҙ түгел. Был матур йолаға ул кескәйҙән өйрәнергә тейеш. 
Биш йәшлек бала балалар театрына килеп нимәләр ала, мәҫәлән? Иң беренсе ул шундай йорт булыуын, унда үҙе кеүек бәләкәстәр йыйылыуын, бында үҙеңде әҙәпле тоторға, бөхтә кейенеп килергә һәм, иң мөһиме, мөғжизәле донъяла булып, уны күреп-тыңлап, ҡуша ҡыуанып, нимәләрҙелер төшөнөп, фәһем алып, күңел байлығы туплап ҡайтасағын белә. Тимәк, ул театр нимә ул һәм унда нимә була, тигән аңды ала. Артабан был бәләкәй тамашасы үҫә бара сәнғәттең дә, мәҙәниәттең дә, әҙәбиәттең дә дуҫы буласаҡ – иманым камил. 
Рәмзиә: Театр балаларҙа сәнғәткә генә һөйөү тәрбиәләй тигән һүҙ түгел, бында шул уҡ патриотик тәрбиә лә баш ала, туған телгә, туған моңға һәм башҡа рухи ҡиммәттәргә хөрмәт, тәбиғәткә, хайуандарға, хатта уйынсыҡтарға ла мәрхәмәтле ҡараш булырға тейеш икәнгә өйрәтелә. Йәнлектәр йәки уйлап сығарылған персонаждар аралашыуы аша бала дөрөҫлөктөң, изгелектең, тоғролоҡтоң, батырлыҡтың матур миҫалдарын күрә. Хатта уларҙы ысынбарлыҡ, үҙе ҡуша йөрөгән донъя итеп ҡабул итә. Балалар театры – ул сабыйҙарҙы өгөтләмәй, мәжбүр итмәй, ҡурҡытмай, ирекһеҙләмәй генә ыңғай юҫыҡҡа, дөрөҫ йүнәлешкә бороп ала, тәрбиәләй торған мәҙәни мәктәп. Улар бында һабаҡ та ала, ял да итә, рухи яҡтан үҫешә лә. Шунлыҡтан, балалар театрҙары кәрәк кенә түгел, ә бәләкәс йәмғиәт балалар театрҙарына мохтаж, тип әйтеү дөрөҫ булыр. Һәм был өлкәгә республикабыҙ етәкселеге тарафынан етди иғтибар булһын ине.

Егерме йыллап шул балалар өсөн уйнаған актерҙар, ижад кешеләре күҙлегенән баһалағанда бөгөнгө бәләкәй тамашасыны һеҙ нисек ҡылыҡһырлайһығыҙ?

Рәмзиә:
 Балалар аҡыллы, күпте белә. Сәхнәлә барған тамашаны, әҫәрҙең жанрын, геройҙар характерын, улар биргән идеяны һәм башҡаларҙы тиҙ генә аңлап, тойоп ала. “Былары бәләкәс төркөм, нисек уйнағанда ла бара”, тип уйлағандар үтә лә ныҡ яңылыша. Бәләкәстәрҙе бигерәк тә башкөллө арбарға кәрәк уйын менән. Улар онотолоп көлһөн йәки ҡуша йүгереп китерҙәй булып ултырһын өсөн ҡара тир ағыҙырға тура килә. 
Бөгөн бит интернетта балалар өсөн ҡыҙыҡтар күп, телевизорҙа махсус каналдар бар, һәр сауҙа үҙәгендә кескәйҙәргә уйын мөйөштәре асылған. Унан ҡала, телефондар, планшеттар ҙа баланың иғтибарын йәлеп итә. Балалар театрына бына ошоларҙың барыһы менән дә конкурентлыҡ итергә, бәйге тоторға тура килә. Был тәңгәлдә ата-әсәләр балалары өсөн һайлай белергә тейеш: компьютер-телефонмы, әллә театрмы?
Фәһим: Бөгөнгө бәләкәй тамашасы шоу формаһындағы, заманса, ҡыҙыҡлы тамашалар ярата. Элекке беҙ тыңлап үҫкән әкиәттәрҙе лә хәҙер телевизорҙа яңыса форматта күрһәтәләр. Улар быларҙы күрҙе һәм театрҙан да шуларҙан кәм булмағанды көтә. Балалар беҙгә ҡарағанда күпкә алға киткән һәм уларҙың аңы ла ололар йәки беҙҙең быуын ҡабул итеп етмәгәнде үҙ иткән инде. Шунлыҡтан, беҙ улар өсөн Аҡбуҙатты ла, милли батырҙарыбыҙҙы ла, шул уҡ Етем төлкө менән Батыр әтәсте лә заманлаштырырға мәжбүрбеҙ. Беҙгә театр менән балаларҙы артҡа һөйрәргә, һаман бер үкте ҡарарға саҡырырға түгел, ә уларҙан ҡалышмай үҫешергә һәм ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр тәҡдим итергә генә ҡала.

Әҫәрҙәр, тигәндән, балалар театры өсөн әҫәрҙәр бармы ул? Бигерәк тә башҡорт балалар театры өсөн кемдәр яҙа беҙҙә?

Фәһим:
 Был, моғайын, балалар театрының иң ҙур проблемаһылыр. Башҡорт телендә балалар театры өсөн яҙғандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Хикәйә, повесть йәки башҡа әҫәрҙәр яҙыр өсөн күпме көс, белем, фантазия кәрәк. Ә пьесалар яҙыу тағы ла ауырыраҡ, сөнки сәхнәнең үҙ ҡанундары бар һәм уларҙы белмәй тороп, пьеса яҙып булмай. Белә тороп та яҙған кеше һирәк. Бына, әйтәйек, ун драматургтың береһе генә балалар өсөн пьеса яҙа, шул күрһәтә лә инде хәлдәрҙең торошон. Беҙ бөгөн рус йә сит ил драматургтарының әҫәрҙәрен тәржемә итеп ҡуйырға мәжбүрбеҙ.

Һеҙ эштә лә, өйҙә лә, хатта гастролдәрҙә лә бергә, шулай бит? Егерме дүрт сәғәт бергә йөрөү ғаилә ағзаларын бер-береһенә нығыраҡ эҫендерәме, әллә ялҡытып та китәме?

Рәмзиә:
 Беҙ 2005 йылда өйләнештек. Беҙҙең танышыу ҙа, ғаилә ҡороп ебәреү ҙә шулай тейеш булған һымаҡ, шым, тыныс һәм үҙаллы ғына килеп сыҡты. Беренсе тапҡыр Фәһимде театр фойеһында гәзит уҡып ултырғанында күрҙем дә, бик яҡын кеше итеп ҡабул иттем. Хатта “Был минең буласаҡ ирем” тигән уй ҙа үтте башымдан. Ә ул миңә ярты йылдан һуң ғына яҡын килеп һөйләшергә баҙнат итте. Шулай ҙа мин теләгәнсә булды – йәйгә өйләнештек. Бөгөнгө көндә ике үҫмер ҡыҙҙарҙың атай-әсәйебеҙ.
Көнө-төнө бергә булыу – ул беҙ бер-беребеҙгә генә ҡарап ултырабыҙ тигәнде аңлатмай бит. Эштә, мәҫәлән, ул бер спектаклдә ике-өс роль башҡара, мин дә шулай уҡ, ҡайһы ваҡыт хатта һөйләшергә лә ваҡыт булмай китә. Өйҙә лә уның үҙ мәшәҡәттәре, ҡатын булараҡ минең үҙ хәстәрҙәрем бар. Фәһим ижад итергә, яҙышырға ярата, күп уҡый, ә мин ҡыҙҙарым донъяһына сумам. Шулай итеп, беҙ бер-беребеҙҙе сикләмәй, ҡыҫмай-баҫмай, мәшәҡәтләмәй йәшәп өйрәнгәнбеҙ. Һәр кемдең үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары булғас, ул тәңгәлдә икебеҙгә лә ирек ҡуйылғас, ғаиләлә ир менән ҡатын булараҡ икәү-арабыҙҙа идиллия тип уйлайым мин. 

Һеҙҙең уйығыҙса, башҡорт ғаиләһе нисек булырға тейеш?

Фәһим:
 Бөгөнгө заманда “Ир мал таба, ҡатын усаҡ һаҡлай” тигән төшөнсә үҙгәрә төшкән. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ир-егеттән ҡалышмай эшләй, шулай уҡ аҡса таба. Шул уҡ ваҡытта өйҙә балалар ҙа бит әсәйгә күберәк көс һала. Әсәй барыбер ҙә уларға яҡыныраҡ һәм бала-сағаның күп мәшәҡәтен улар үтәй. Тәрбиә өлкәһендә лә улар беҙҙән өлгөрөрәк һәм етеҙерәк. Шунлыҡтан, бөгөн “Мин – ир, мин ғаилә башлығы, мин әйттем дә бөттө” тип өҫтәл һуғыу бары көлкө генә булыр ине. Ғаилә башлығының бурысы – ул ғаилә ағзалары, йәғни ҡатыны һәм балалары өсөн яуаплы була белеү. Мәҫәлән, мин үҫеп барған ҡыҙҙарымдың тәртибе, әҙәбе, сәләмәтлеге өсөн яуаплымын, ҡатыныма арҡа терәр көс, кәңәшсе, уны йыуатыр-йәлләр ир булырға бурыслымын. Ғаиләләге бөтөн ваҡ мәсьәләләргә лә ҡыҫылмаһам да, уны алға алып барған оло ағым үҙем икәнде беләм. Беҙ үҫкәндә лә атайҙар шулай булды бит, улар, нисектер, ситтәрәк һымаҡ булды, әммә уларҙың күҙ ҡарашы, бер-ике һүҙе, холоҡ һыҙаттары беҙҙе тәртиптә тотто. Башҡорт ирҙәренең күптәре ғаиләлә шулай ул. Был беҙҙең менталитеттыр, моғайын.
Беҙҙең башҡорт ғаиләләрендә балалар баҫалҡы, ата-әсәгә, ололарға ҡарата ихтирамлы ул. Быны мин ошо йәшемдән сығып, сағыштырыуҙарымдан алып әйтәм. Беҙ ҙә бәләкәйҙән атай-әсәйгә буйһондоҡ, уларға хеҙмәт итеп үҫтек. Һәм бөгөн дә күп таныштарымда, туғандарымда, дуҫтарымда балалар шулай үҫә. Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙә лә “Ҡыҙым, ярамай” тиеп әйтелә икән, тимәк, бала быны эшләмәйәсәк, “Ҡыҙым, шулай кәрәк ине” тигәнең үтәләсәк икәнде беләм. Нимә тип әйтергә теләйем: беҙ, башҡорттар, бала тәрбиәләүҙе ниндәйҙер методикалар йәки әсбаптар менән түгел, ә халыҡ педагогикаһына таянып алып барабыҙ һәм яңылышмайбыҙ ҙа. Ошо һабаҡты дауам итергә һәм киләһе быуындарға тапшырырға ғына ҡала. 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.

Сығанаҡ: Киске Өфө гәзите