19 июнь Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында «Минең ауылым тарихы» халыҡ байрамы һәм Түңгәүер ырыуы йыйыны уҙҙы.
Был сарала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитова, Йылайыр районы хакимиәт башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, Түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Ғәззали улы Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Артстудия-проект” йәмғиәте директоры Гүзәл Юныс ҡыҙы Яубаҫарова, Бөтә башҡорттар Ҡоролтайы башҡарма комитетының аппараты етәксеһе Рөстәм Сәлим улы Баянов ҡатнашты, республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән түңгәүер ырыуы вәкилдәре йыйылды.
Сибай концерт- театр берекмәһе коллективы ошо байрам сиктәрендә ауылға нигеҙ һалыусы Ҡашҡар Мамытовҡа стела, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.
“Сулпан” балалар театры һәм филармония артистары тарафынан тәҡдим ителгән бай йөкмәткеле «Минең ауылым тарихы» исемле театрлаштырған тамаша (режиссеры БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Сәрүәр Сурина) берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Байрам концерты ла йыйылған халыҡҡа хуш килде, артистарҙың һәр сығышын тамашасы дәррәү алҡыштарға күмеп ҡаршыланы.