8 июлдә VI Бөтә донъя фольклориадаһының фестиваль программаһына саҡырабыҙ!
Фольклориадала ҡатнашыусылар аҙна дауамында баш ҡалала ғына ҡалмай, 22 муниципалитеттарға ла йүнәлә.
СИБАЙ ҠАЛАҺЫНА 7 илдән делегация: Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария, Албаниянан килеүҙәре көтөлә. Байрам саралары ҡаланың үҙәк майҙанында 14.00 сәғәттә башлана. Һәр делегация ярты сәғәтлек концерт программаһы әҙерләгән. Сибайҙар ҡунаҡтарҙың сығыштарына яуап итеп халҡыбыҙ фольклоры һәм кәсептәре менән таныштырасаҡ. Сибай концерт-театр берекмәһенең “СИБАЙ” ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ һәм ЭТНО-ФОЛК ТӨРКӨМӨ, «ЫНЙЫҠАЙ» халыҡ бейеүҙәре, «Миләш» халыҡ вокаль, «Яугүл» ҡумыҙсылар халыҡ фольклор, «Гөлдәр» өлгөлө хореография ансамблдәре сығыш яһасаясаҡ.
Концерттан тыш, ҡунаҡтарға һәм ҡалалаштарға «Башҡорт кейеҙе һәм йөн иләү», «Милли костюм», «Туҡыу», «Ағастан селтәрле һырлау» күрһәтмә оҫталыҡ-кластары ойошторола, кәсепселәр күргәҙмәһе эшләйәсәк. Ҡул эштәрен һатыу ҙа ҡаралған.
Үҙәк майҙан биләмәһенә яҡын ерҙә йәштәр өсөн интерактив зоналар булдырыла. Бында халыҡ бейеүҙәре, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре яһау буйынса оҫталыҡ кластары уҙғарыла.
Милли, грек-рим көрәше, армрестлинг, мас-рестлинг, ҡанат тартыу, тоҡ кейеп йүгереү, спорттың башҡа төрҙәре буйынса күрһәтмә сығыштар һәм ярыштар үткәрелә.
Эпидемиологик хәүеф йәһәтенән борсоларға урын юҡ, сараны ойоштороусылар сир таралыуға юл ҡуймай. Рәсәйгә ПЦР-тестары сир юҡлығын күрһәткән делегаттар ғына килгән. Өфөгә еткәс тә һәр ҡайһыһы тағы тест тапшырған. Фестиваль ҡунаҡтары республикабыҙ буйлап үҙ автобустарында ғына йөрөй. Ҡунаҡтар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүселәр коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үткән.
Йылдың иң сағыу сараһын күрмәй ҡалмағыҙ!
#WorldFolkloriadaRussia#FolkloriadaUfa#CIOFF#CIOFF_Russia#Всемирнаяфольклориада#Фольклориада2021