Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенең артистары Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы хеҙмәткәрҙәрен профессиональ байрамдары – Шахтерҙар көнө менән ҡотланылар.
Тантаналы сарала хеҙмәт алдынғыларын тәбрик иттеләр, байрам күңелле йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

