25 ноябрь көнө Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, билдәле йырсы Айгөл Әсәҙуллинаның “Айгөл иле” исемле соло-концерты булып уҙҙы. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры бинаһының тамаша залы йырсының ижадын яҡындан белеүсе, йырҙарын яратып ҡабул итеүсе тамашасылар менән шығырым тулы булды.
Үҙенең беренсе соло-концертын Айгөл Ғәйнислам ҡыҙы юғары кимәлдә атҡарҙы. Зал хис-моңға, ҡыуаныс-шатлыҡтарға тулды. Һағышлы йырҙарын тамашасылар бик нескә ҡабул итте. Әбйәлил ҡыҙына бындай яуаплы сараны уҙғарыуҙа туғандары ныҡлы терәк булды. Тамаша барышында улар сәхнә тултырып, яҡындарын гөл-сәскәгә күмде. Әлбиттә, филармония етәкселеге, бергә эшләгән дуҫтары йырсыға бөтә яҡтан ярҙам итте, сәхнә түрендә яңғыҙ булманы Айгөл. Өфө ҡунағы Искәндәр Ғәзизов ижадташ дуҫын йыр аша бүләкләне. Концерттың сценарийы авторы Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова йырсыны Башҡортостан журналистары исеменән тәбрикләне. Айгөлдөң атаһы, Ғәйнислам Шәйхислам улы, Сибай концерт-театр берекмәһе коллективына ҙур рәхмәтен, ҡыуанысын еткерҙе. Әлбиттә, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина, музыкаль етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, хореографтар Нурия Аласова менән Гөлиә Юлдыбаевалар концерттың уңышлы сығыуына тос өлөш индерҙеләр.
Айгөл Әсәҙуллинаның соло-концерты Сибай ҡалаһы өсөн яҡты бер нур булып балҡыны. Киләсәктә “Айгөл иле” моңло-хисле тамаша булып башҡа сәхнәләрҙе лә балҡытыр.













