4 декабрь көнө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “БАШҠОРТ ЙЫРЫ” телевизион конкурсының 10 йыллыҡ юбилейына бағышланған концерт уҙҙы.
Үткән йылғы Гран-при эйәһе Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы Әлфир Заманов коллегалары Рөстәм Хәсәнов, Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Алина Вәхитова һәм баянсы Дим Шәрәфиевтар менән берлектә сығыш яһаны. Улар тәҡдим иткән музыкаль композициялағы Г.Дәүләтшина һүҙҙәренә И.Сирбаев ижад иткән “Яңылыштарҙан Хоҙай арала” тип аталған йырҙы тамашасылар йылы ҡабул итте.
Һәм тағы ла…
Йырсыбыҙ Айгөл Әсәҙуллина үҙенең ижадташ дуҫы Искәндәр Ғәзизов менән филармониябыҙ данын яҡлап сығыш яһанылар.