Яңы йыл менән, дуҫтар! Байрам менән!
Ниндәй бөтмәҫ байрам, тип, аптырамағыҙ, Иҫке Яңы йыл менән!
Өлөшөбөҙгә төшкән мөмкинлектән баш тартмайыҡ, барайыҡ та күрәйек: нисек була икән Яңы йылды ике тапҡыр ҡаршылау. Иҫке йыл, әлбиттә, тиҙ генә йылынған урынын биргеһе килмәҫ, әммә Яңы йыл яңыса, һепертмә бурандары менән һепереп, үҙенекен эшләр – баҫып алыр үҙенә тәғәйен урынын. Тормош дауам итә! Сәхнәлә ул яңы йырҙар, яңы ритмдар аша күңелегеҙгә күсер, кәйефегеҙҙе күтәрер, киләсәккә дәрт өҫтәр.
“Яңыса йылмай, шунһыҙ һис булмай!” тип аталған тамаша 13 ғинуарҙа 19-00 сәғәттә Сибай ҡалаһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры сәхнәһендә була. Рәхим итегеҙ!
?Яңы йыл менән! Иҫке Яңы йыл менән! ?
Белешмәләр өсөн телефон: +7 937-331-74-74
Билеттарҙы театр кассаһында һәм түбәндәге һылтанма буйынса онлайн алырға була, “Пушкин картаһы” буйынса түләү мөмкинлеге бар. https://sibay-concert.ru/xo_event/ах-этот-старый-новы..