15 февраль көнө Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры сәхнәһендә “Сибай” бейеү ансамбленең концерты гөрләп үтте. Ярата шул беҙҙең халыҡ сәнғәттең был төрөн! Бейеү бит ул күп осраҡта күтәренке кәйефкә, дәрт-дарманға бәйле. Бөгөнгө көндә беҙгә ана шул оптимизм, киләсәккә өмөт менән ҡарау бик мөһим. “Ынйыҡай” бейеү студияһында шөғөлләнеүсе балаларҙың ағай-апайҙарының үксәһенә баҫып, сәхнәне дер һелкетеүҙәре лә быға ишара. Халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының тере тауышына ҡушылып бейеү концертҡа айырым йәм өҫтәне. Афарин, “Сибай”ҙар!