21 ФЕВРАЛЬ– ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ
Туған тел – тыуғандан бирле оҙатып йөрөгән тел. Әсә теле беҙгә ҡан аша, йән аша олатай-өләсәйҙәрҙән ҡалған аманат. Туған тел арҡылы донъяны танып беләбеҙ, хис-тойғоларыбыҙҙы, уй-фекерҙәребеҙҙе башҡаларға еткерәбеҙ. Туған телдең сиктәре тыуған ил эсенә йомолған, тел аша милләттәштәрҙең таянысын тойоп йәшәүгә бәйле ул. “Иле барҙың – теле бар”, тип, оло быуын тапшырған аманатты артабан вариҫтарыбыҙға тапшырыу – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Телебеҙҙе юғалтһаҡ, илебеҙҙе юғалтырбыҙ, маңҡортлоҡҡа дусар булырбыҙ, сөнки туған тел менән тыуған ил – бер бөтөн.