22 февралдә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге сәхнәһендә Сөмбөл Моратованың соло-концерты булып уҙҙы.
Һуңғы осорҙа пандемияға бәйле, төрлө мәҙәни сараларға йөрөү мөмкинлеге сикләнгән тамашасылар йырсынын һәм уның ижадташ дуҫтарының сығышын һағынып, ихлас ҡабул итте. Концертты нәфис һүҙ оҫтаһы Илнур Сәлимгәрәев халыҡ менән йәнле әңгәмә ҡороп, бик матур итеп алып барҙы. Музыкаль яҡтан тамашаны берекмәнең халыҡ инструменттары ансамбле (етәксеһе – Радик Далхин), шул иҫәптән баянсы Дим Шәрәфиев һәм ҡурайсы, БР-ның атҡаҙанған артисы Раушан Ниязғолов биҙәне.
“Бөрйән һандуғасы”ның ижадын яратыусы тамашасылар, дуҫтары, туғандары Сөмбөлдең моңло ла, һағышлы ла йырҙарын хисләнеп тыңланы. Нескә күңеллеләр күҙ йәштәрен тыя алмаған мәлдәр ҙә булды. Сығыш аҙағына йырсыны гөл-сәскәләргә күмеп тәбрикләнеләр.
Бергә эшләгән коллегалары – Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары Әлфир Заманов һәм Фаил Йортбәков, “Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Фәиз Үҙәнбаевтар был концертты тулыландырып, Сөмбөлдең ижадына сағыу биҙәктәр өҫтәнеләр. Сөмбөл Моратова үҙе башҡарған күп йырҙарҙың авторы – берекмәнең ижад буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсинға ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Әлбиттә, концертта йәштәрсә дәртле йырҙар ҙа яңғыраны, Инна Пивоварова етәкләгән “Индиго» бейеү студияһы һылыуҙарының заманса ритмдарға һалынған бейеүҙәре концертҡа яңы һулыш өҫтәне.
Тамашасылар йырсының тормош иптәше Ғәйсәр Моратов менән башҡарған дуэтына вайымһыҙ ҡалманы, был донъяла мөхәббәткә мәдхиә булып янғыраған сығышты улар көслө алҡыштарға күмде.
Сөмбөл Моратоваға киләсәктә лә емешле ижад итеүен теләп, яңы йырҙарын көтөп ҡалабыҙ, артабан да уңышлы сығыштары менән ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.