Иғтибар!!!
Хөрмәтле Баймаҡ ҡалаһы тамашасылары!
Халҡыбыҙҙың йыр-моңон, дәртле бейеүҙәрен, ҡурай тауышын һағынып көтөп алған тоғро дуҫтарыбыҙ! Сибай концерт-театр берекмәһе артистары 3 март көнө Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!” исемле бай йөкмәткеле программа менән сығыш яһаясаҡ.
Һеҙҙең өсөн һәм тик һеҙҙең өсөн моңло тауышлы йырсыларыбыҙ яңы йырҙар бүләк итер. Урал аръяғының йөҙөк ҡашы булған “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең береһенән-береһе сибәр һәләтле йәштәре дәртле бейеүҙәре менән кәйефегеҙҙе күтәрер, талантлы музыканттарыбыҙ тамашаға йәм өҫтәр.
Концерт “Пушкин картаһы” программаһында раҫланған.
Билеттарҙы Халыҡ ижады үҙәге кассаһында һәм берекмәнең сайтында онлайн рәүештә алырға була.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-156-00-26.

Егәрлеләр Баймаҡта