Хөрмәтле баймаҡтар!
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина «Ҡырҡ сырағым» тип исемләнгән моноспектакле менән гастролдәргә сыға. Ҡатын ғүмере – ҡырҡ сыраҡ, ти, халыҡ. Ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙы серле йомаҡ, тип атауҙары ла, бәлки, уларҙың ҡырҡ сыраҡлығынан киләлер? Ҡатын-ҡыҙ образы өләсәй, әсәй, апай-һеңле, еңгәй-балдыҙ, ҡоҙағый-ҡоҙаса һәм башҡа әллә күпме сағыу төҫтәр аша барлыҡҡа килгән орнамент бит ул – төҫтәре сағыу, күҙ ҡамашырлыҡ. Был тамашаны ғаилә менән бергәләп ҡарау отошло.
Тамашалар:
16 мартта – Иҫәнбәт ауылында,
17 мартта – Күсей ауылында,
18 мартта – Төркмән ауылында,
19 мартта – Басай ауылында була.