Сибай концерт-театры берекмәһе Ейәнсура районы буйлап гастролдәрен тамамланы. Абҙан, Күгәрсен, Үрге Муйнаҡ, Иҫәнғол ауылдарында үткән тамашаларҙан артистарыбыҙ ҡанатланып ҡайтты. Беренсенән, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең сибайҙарҙың тырышлығына хөрмәт йөҙөнән бағыуҙары ҡыуандырһа, икенсенән, милләттәштәребеҙҙең милли сәнғәтебеҙгә иғтибары артыуы һоҡландырҙы. Бигерәк тә район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә “Пушкин картаһы” буйынса мәктәп уҡыусыларын ошондай сараларға ойоштора алыуына ҙур рәхмәт еткерге килә. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, быйыл тамашасыларыбыҙ һаны күпкә артты. Бер тамашасыбыҙҙың: “Башҡорт сәнғәте сәхнәнән төшмәһә, халҡыбыҙҙың милли рухы ла юғалмаҫ”, – тигән теләген ишетеп, дөрөҫ йүнәлештә эш алып барыуыбыҙға тағы бер тапҡыр инандыҡ.