Кеше ғүмере аҡҡан һыу кеүек бит ул: саф көмөш һыулы инеш саҡтары, шаршылары, тәрән ятыулы тыныс саҡтары ла була. Ағын һыуға, йырлап аҡҡан йылғаға ҡарап туйып буламы микән? Ә йырсы ғүмерен ғәҙәти үлсәмдәр менән үлсәп, баһа биреп буламы? Өс йәшендә генә сәхнәгә сығып, тәүге йырын – инеш тауышын тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим иткән Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНАның тормошо бөгөн ҙур тәжрибә туплаған, ижади ағымы көсәйгән, үҙенә генә хас башҡарыу стиленә эйә булған билдәле йырсы кимәленә күтәрелеп, йырҙары менән үҙ үҙәнен йырған йылғаға оҡшаған. 29 март көнө сәғ.19.00 Әбйәлил районының Хәлил ауылы мәҙәниәт йортонда йырсының “Айгөл иле” тип исемләнгән соло-концерты була. Рәхим итегеҙ!
Пушкин картаһын ҡулланыу мөмкинлеге бар.
https://sibay-concert.ru/xo_event/айгөл-иле-хәлилдә/