29 март көнө Әбйәлил районы Хәлил ауылында Айгөл Әсәҙуллинаның соло концерты булып уҙҙы. “Айгөл иле” тип исемләнгән тамашаны күрергә йырсының ауылдаштары, туғандары зал тултырып килгән. Йырсының ижадташ дуҫтары менән берлектә ҡуйылған моңло-йырлы концерт бер тында үтте. Моңло тауышлы яҡташтары менән ғорурланған хәлилдәр Айгөлде ихлас күңелдән гөл-сәскәләргә, бүләктәргә күмде. Шундай матур кисәләр тағы булып торһон тигән теләктә ҡалды тамашасылар. Айгөл Әсәҙуллинаға ижади уңыштар, яңынан-яңы йырҙары менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.