“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик бейеүҙәрҙән торған яңы программа әҙерләне. Ҡуйыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова.
2022 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Гөлназ Вәкил ҡыҙы был сараны “Мәҙәниәт – киләсәктең образы” концепцияһына ярашлы, үткән быуаттың 60-70-се йылдарында киң йәйелгән уйындар, бейеүҙәр тураһында хәтер яңыртыу, тип атай. Шул осорҙағы кейемдәр, шул осор көйҙәре сәхнәгә сығасаҡ, халҡыбыҙҙың рухи мираҫы юғары профессиональ кимәлгә күтәрелеп, халҡына кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Оркестр менән берлектә эшләнгән программа бик үҙенсәлекле, ул халыҡ-ара бейеү көнөндә сәхнәгә сығасаҡ.
Тамаша 29 апрель 19-00 сәғәттә башлана. Билеттар берекмә кассаһында һәм онлайн.