Ҡатын-ҡыҙ – серле йомаҡ, тиҙәр. Шулайҙыр,әйткәстәре ни! Миңә ҡалһа, был әйтемде ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре уйлап тапҡандыр, тим. Тағы ла серлерәк күренер өсөн…
Кисә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаның “Ҡырҡ сырағым” исемле моноспектаклен ҡарағанда ла яуапҡа ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙарға һорауҙар тағы артты. Мәҫәлән, ни өсөн ҡырҡ, егерме дүрт, йә иһә алтмыш түгел? 24 булһа, тәүлек эсендә 24 тапҡыр үҙгәргән ҡатын-ҡыҙ образы күҙ алдына килер ине, 60 булһа, сәғәт эсендә шунса үҙгәргәне…
Спектакль шәп, һүҙ ҙә юҡ! Зал тулы тамашасылар шым ғына, бер тынала ҡабул итте сәхнәлә барған ваҡиғаларҙы. Һүҙ аша, ым аша, хәрәкәттәр аша музыкаға төрөп бирелде ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ төрлө халәте. Башта артистың сығышы йәлеп итә үҙенә: ҡолаҡҡа ятышлы моңло тауыш, итәғәтлелек, иплелек, зауыҡлы кейем һәм башҡалар…Аҙаҡ тауыш менән моң көй менән бергә үрелеп, күңелгә уйылғаны тойомлана башлай, кем яҙҙы икән был тиклем дә зиһенгә үтемле шиғырҙарҙың һүҙҙәрен, тигән һорау тыуа, баяғы уйынлы-ысынлы һорауҙар онотолоп, бик тә фәһемле, етди сараның мөһимлеген аңлайһың.
Эйе, мөһим сара, кәрәк тамаша. Бөгөнгө ығы-зығылы, шау-шоулы заманала үтә лә мөһим – дискотеканан сәхрәгә килеп юлыҡҡандай тойола.