Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостанда 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте. Эйе, матди булмаған байлығыбыҙҙы, рухиәтебеҙҙе киләсәк быуын өсөн һаҡлау шулай юғары кимәлдә хәл ителергә тейеш.
Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” бейеү ансамбле тик бейеүҙәрҙән генә торған “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле программа әҙерләп, Ҡоролтайҙың башланғысына тос өлөш индерҙе.
Шәп сыҡты концерт! Ниәт изге булыуҙанмы, әллә тамашасылар бейеү сәнғәтен һағыныуынанмы, сара бик күтәренке кәйефтә шаулап-гөрләп үтте. Сәхнәләге ауыл тормошон кәүҙәләндергән күренеш баштан уҡ залдағыларҙы йәш саҡтарына алып ҡайтты. Бөтә зал бер юлы, “Эх, бар ине заманалар!”, тип бер юлы көрһөнөп ҡуйғандай тойолдо хатта. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле хореограф – балетмейстер Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова, әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе, “Мәҙәниәт – киләсәктең образы” концепцияһына ярашлы, үткән быуаттың 60-70-се йылдарында киң йәйелгән уйындар, бейеүҙәр тураһында хәтер яңыртыуҙы, ҡуйыусы режиссер булараҡ, бик уңышлы атҡарған. Шул осорҙағы кейемдәр, шул осор көйҙәре халҡыбыҙҙың рухи мираҫын юғары профессиональ кимәлгә күтәреп, халҡына кире алып ҡайтты. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин етәкселегендәге ансамбль бейеүселәре тағы бер тапҡыр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте, халыҡ һөйөүен бушҡа яуламағандарын иҫбатланы. Оркестр менән берлектә эшләнгән программа бик үҙенсәлекле булды.
Кисен йоҡлай алмай ятҡан тамашасыларыбыҙ үпкәләмәһен, шулай булырға тейеш – тимәк, хәтер яңырған, рухи мираҫ йөрәкһетә.



