Кисә, 18 май көнө, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаның «Ҡырҡ сырағым» исемле әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Сара спектаклдең композиторы – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә арналды: тап шул көндө уға 49 йәш тулған булыр ине.
Спектакль алдынан фойела композиторҙың иҫтәлегенә “Асыҡ микрофон” акцияһы ойошторолдо. Илшат Яхиндың туғандары, класташтары, күршеләре, коллегалары, уҡытыусылары үҙ хәтирәләрен һөйләне. “Ул йәшәргә, йәшнәп эшләргә ашыҡты. Өлгөлө ғаилә башлығы, һәләтле композитор, яҡшы ағай, тоғро дуҫ, кеселекле, кешелекле булды”, -тип үҙ иҫтәлектәре менән бүлеште улар.
Артабан Илшат Яхиндың музыкаһын, Нәсимә Ғиззәтуллинаның әйтер һүҙен тыңлау өсөн зал тулы тамашасы йыйылды. Моноспектакль тыңлаусылар иғтибарын тулыһынса йәлеп итеп, бер тында ғына үтеп китте.
Был бер кешелек тамашала Нәсимә Ғиззәтуллина ҡатын-ҡыҙ күңеленең тәрәнлеген, йомартлылығын, матурлығын һәм күп яҡлылығын, уның хис-тойғоларын, кисерештәрен, хыялдарын, ҡатын-ҡыҙ кәйефенең төрлөлөгөн һүрәтләне.
Сара аҙағында зал актрисаны аяҡ үрә алҡышлап сәскәләргә күмде.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы исеменән Нәсимә Ғиззәтуллинаны “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләне.
Коллегабыҙҙы ихлаҡ күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!