
Сибай концерт- театр берекмәһе ” Әйтсе, Ҡурай…”программаһы( режиссеры-Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин) менән Бөрйән районы буйлап гастролгә сыға: 16 май— Яңы Усман 17 май— Ҡолғана 18 май— Иҫке Монасип 19 май— Брәтәк ауылдары мәҙәниәт усаҡтарында көтәбеҙ. Башҡорт халыҡ көйҙәре һәм йырҙары…Ул ғына түгел заманса көй-моңдар…Ололар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй моңланыр, рухланыр… https://sibay-concert.ru/ainur/

🎼Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы клубында мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы өсөн “Әйтсе,ҡурай…” (режиссеры— Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, Сынғыҙ ауылы егете) исемле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Башҡорт донъяһы иленә күп зыялы шәхестәр биргән ауылдың тамашасылары концертты бик йылы һәм ихлас ҡабул иттеләр, ҡурайсы Айнур Әминевҡа яҡшы баһа бирҙеләр….

«Сулпан» балалар театры артистары Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы ауылдары мәктәптәрендә уңышлы сығыш яһап, ҡыуанып йөрөп ҡайттылар! Спектаклдәрҙе ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Гөлнара Нурыл ҡыҙы Мусинаға, мәктәп директорҙары Ә.Н. Юлдашева, Г. Р. Муллағәләмова, Р.Р. Фазылова, О.Ю. Шахова, А.А.Зәкиров, М.Ғ. Ғәлиуллина, М. Х. Сиражитдинов, Л.Ғ. Истамғолова һәм тәрбиәүи эштәр буйынса…