Сибай концерт-театр берекмәһе “Яңыса йылмай, шунһыҙ һис булмай!” тип аталған матур, сағыу тамашаны 13 ғинуарҙа Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры сәхнәһендә үткәрҙе. Йыл да үткәрелгән тамашаларҙан быйылғыһы ихласлығы менән айырылып торҙо. Күрәһең, һуңғы осорҙағы сикләүҙәр тамашасыларҙа сәнғәткә булған һөйөү тойғоһон күпкә көсәйткән.
Шуныһы үкенесле: театр бинаһы концертты ҡарарға теләүселәрҙең бөтәһен дә һыйҙыра алманы – партер ҙа, балкондар ҙа шығырым тулы булды, баҫып торорлоҡ та урын тапмағандар күңелһеҙ генә ҡайтып китте.
Шуныһы ҡыуаныслы: сара бик иҫтәлекле булды, әйтерһең дә, сәхнә менән тамашасылар залы бер бөтөн дуҫлыҡ майҙанына әүерелде, артистар менән тамашасылар араһындағы 1,5м дистанцияһы шартлы төшөнсәгә әйләнде. Һәр саҡтағылай, концерт ҡуйыусылар йырланы-бейене, ә тамаша ҡылыусылар ҡул сабып ҡына ҡалманы, алып барыусыларҙың һорауы буйынса бик матур шиғыр өлгөләре яҙып, бер-береһенең кәйефен күтәрҙе, үҙ һәләттәрен асып һалды.
“Яңыса йылмай, шунһыҙ һис булмай” исеме аҫтында үткән концерт программаһын ҡарап, тамашасылар яңыса йылмайып таралыштылар.