1 сентябрҙән Рәсәйҙә «Пушкин картаһы» программаһы эшләй башланы. 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге шәхестәр мәҙәни сараларға йөрөү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» порталында теркәлеү үтеп электрон  «Пушкин картаһы» юллай ала. Карта иҫәбенә билеттар өсөн дәүләт тарафынан 3 мең һум аҡса бүленә.

Был сумманы мәҙәни сараларға ғына ҡулланырға мөмкин – музей, театр, филармония, консерватория һәм башҡа мәҙәниәт учрежденияларына билет алырға була. Йәштәр билеттарға күсерелгән сумманы бер йыл эсендә тотонорға тейеш.

Программаға ярашлы, йәштәргә мәҙәни учреждениелар репертуары тикшереү үткәс кенә тәҡдим ителә. «Пушкин картаһы» алдында тәрбиәүи эште һәм мәҙәни белемде камиллаштырыу маҡсаты ҡуйылған.