“Башҡортостан” гәзите.

23.10.2020 10:44:57 // РУБРИКАЛАР

Рухиәтебеҙ күген балҡытыусылар

Пандемияға бәйле сикләүҙәргә ярашлы, яҙҙан алып мәҙәниәт усаҡтары үҙ тамашасыларын ҡабул итә алманы. Әммә артистар был осорҙа ла тик ултырманы: улар онлайн тәртиптә концерттар ҡуйҙы, төрлө марафон, флешмобтарҙа ҡатнашты, бихисап акциялар үткәрҙе. Сәхнәләрҙән генә түгел, онлайн форматта ла яратҡан тамашасыларының күңелен яуланы, моңло йыр-көйҙәрен өләште. Ниһайәт, көҙ үҙенең алтын нурҙарына мансылғас, Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы, донъяның яҡты, матур, нурлы яғында йәшәгән кешеләрҙе бергә йыйып, үҙенсәлекле тамашаларын башланы.

Берекмә директоры, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов зал тултырып килгән та­машасыларҙы сәләмләп, артис­тар­ҙы миҙгел асыу тантанаһы менән ҡотланы. Коллективтың матур йолаһына ярашлы, йәш артис­тар менән таныштырып, уларға бү­ләктәр тапшырылды. Сәхнә йәшлекте ярата, тигәндәй, бик күп йәш көстәрҙең эшкә килеүе ҡы­уандырҙы, уларҙың сығыштары тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Яңы тауыштар, яңы көстәр киләсәктә Сибай филармонияһының үҫешенә ҙур өлөш индереренә һәм уны яңыса балҡытып ебәреренә ышаныс уятты. 

Улар араһында сибайҙар өсөн күптән инде таныш булған йырсы­лар­ҙың береһе, күҙҙәре яҡты донъя­ның матурлығын, үҙен көслө алҡыштарға күмгән тамаша­сыларҙы күрә алмаһа ла, күңеле менән уларҙы тойоп үҙенең йыр­ҙарын бүләк иткән Азат Исҡужин да бар. Тормош һынауҙары алдын­да юғалып ҡалмаған, киреһенсә, матур йәшәргә ынтылған Азатҡа сәхнә тормошо киләсәктә ижади уңыштар килтерһен.

Тамашасыларға Фларид Бирғә­лин, Нурзиә Сабитованың моңло тауышы, алып барыусы Илнур Сәлимгәрәевтең сығышы ла оҡшаны.

Йәшәйештең шул тиклем матур булыуы, был тормошта һөйөү һәм мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныс, бәхет һәм һағыштың мәңгелек түгел­леген, иң ҡәҙерле ғүмерҙең дә ни тиклем оҙон күренһә лә, үтә ҡыҫҡа булыуы, шуға күрә шатланып-көлөп, яҡты өмөттәр менән йәшәргә саҡырған “Донъя матур, донъя шундай матур!” тигән концерт ысын мәғәнәһендә матурлыҡ һәм изгелек гимнына әүерелде, бер аҙ ҡаты­лана барған күңелдәрҙе имләне, йөрәктәргә шифалы дауа булды. Күптәрҙең яратҡан йырсылары Ғаяз Ғәйетбаев, Рөстәм Хәсәнов, Сөмбөл Моратова, Зәбирә Әми­нева, Фаил Йортбәков, Әлфир Заманов, “Сибай” бейеү ансамбленең дәртле сығыштары тамашасы­ларҙың көслө алҡыштарына күмелде.

Программаның уңышы, тәү сиратта, бар яҡлап тәрән уйлап һәм бөгөнгө тормошҡа тап килерлек һүҙҙәр, йырҙар тәҡдим ителеүе, артистарҙың һәр сығышты юғары кимәлдә башҡарып сыға алыуы – сценарийҙың авторы һәм ҡуйыусы-режиссерының бергә һәм үҙ-ара аңлашып эш итеүенә ҡайтып ҡала. Был йәһәттән сценарий авторы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова һәм ҡуйыусы-режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзилә Ҡотошоваға һоҡланырға ғына ҡала. 

Концертты музыкаль яҡтан Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, Дим Шәрәфиев, Ғәйсәр Моратов, Ринат Өмөтҡужин, Радик Далхин биҙәгән, бейеүҙәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин ҡуйған. Үҙенсәлекле режиссер алымдары, сағыу костюмдар, яңы йырҙар һәм бейеүҙәр менән һуғарылған тамаша халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде.

Әйткәндәй, Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы, “Милли ризыҡ – тәнгә шифа, йыр-моңдары – йәнгә шифа” тигән концерт программаһы менән гастролдәргә сығып, төбәк тамашасыларын да үҙҙәренең йыр-моңо менән ҡыуандырыуын дауам итә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим яҙғанса, “донъяның ҡояшлы яғында йәшәүселәр” генә түгел, барығыҙ ҙа донъяның матур һәм һоҡланғыс икәнлеген төшөнөр өсөн генә булһа ла, Сибай концерт-театр берекмәһе коллективының концертын ҡарамай ҡалмағыҙ. Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан яратҡан артистарыбыҙ үҙҙәренең тамашаларын яңы төҙөлгән, заманса талаптарға яуап биргән Сибай филармонияһы бинаһында – үҙ йортонда ҡуйырға йыйына. Яңы бинала улар йәш ижади көс менән уңыштарға, асыштарға өлгәшер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Автор: Кәримә УСМАНОВА

Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/rukhi-tebe-k-gen-bal-ytyusylar-/