Йырсы, уҡытыусы, һәүәҫкәр композитор, спортсы, баҡсасы… Был һөнәрҙәрҙең барыһы ла бер кешелә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берләшмәһе солисы Рөстәм ХӘСӘНОВТА. Бөгөн бәрәкәтле Баймаҡ еренең талантлы егете менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рөстәм Әхтәм улы, һеҙҙе, сәнғәткә осраҡлы ғына килеп ингән йырсы, тип әйтәләр. Был һүҙҙәр дөрөҫмө?
– Сәнғәт минең өсөн осраҡлылыҡ түгел. Ҡартатайым да, әсәйем дә матур йырлай, атайым гармунда уйнай. Шуға күрә бала саҡтан йыр мөхитендә тәрбиәләнеп үҫтем. Тик бер ваҡытта ла сәхнәгә сығып йырламаным, ә профессиональ йырсы булыу тураһында уйлағаным да булманы. Әсәйем оҙаҡ йылдар райондың ЗАГС бүлеген етәкләне, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Атайым һөнәре буйынса тарих уҡытыусыһы булғас, өйҙә ошо йүнәлештәге китаптар күп була торғайны. Көндәр буйы шуларҙы уҡып ултыра инем. Икенсе шөғөлөм спорт булды, футбол, теннис уйнаным. Урамда, дуҫ егеттәр менән гитара сиртеп, йырлашып ултырғанды иҫәпләмәгәндә, йырлағаным булманы. Ә мәктәпте тамамлағас, хоҡуҡ белгесе булырға теләнем. Тик имтихандар биргәндә бер балл етмәү сәбәпле, конкурстан үтмәнем. Күп тә уҙманы, мине әрме сафына алып киттеләр.
– Ә нисек йырсы булып киттегеҙ һуң?
– Бына быныһы, ысынлап та, осраҡлылыҡ. Сибай сәнғәт училищеһына ике туған ҡустым документтарын тапшырырға йыйынғас, апайым минән улы менән бергә барыуымды үтенде. Әрме хеҙмәтенән ҡайтып, уҡырға ҡайҙа барырға икән, тип аптыранып йөрөгән мәл ине. Юл ыңғайы БДУ-ның Сибай институтына барып ҡарарға тип, риза булдым. Училищеның ишеген киң асып, ихлас күңел менән: “Һаумыһығыҙ!” – тип йылмайып барып индем дә, туғанымдың документтарын барлай башланыҡ. Шул саҡ ҡабул итеү комиссияһында ултырған Нәфисә Тулыбаева, минең янға килеп: “Ҡустым, һиндә бит талант та, ихласлыҡ та бар. Әйҙә, үҙең дә беҙгә килеп, имтихандар биреп ҡара”, – тип саҡырҙы. Имтиханға йыр өйрәнеп барҙым, әммә ул йылда вокал бүлегенә уҡырға ҡабул итмәйҙәр ине. Нурғәле Ҡайыҡбирҙиндың ҡурай класына уҡырға индем. Нотаны белмәйем, ҡурайҙа уйнағаным юҡ. Тәүге тапҡыр нота дәфтәрен уҡыу башланғас асып ҡараным. Күңелдә ҡурҡыу ҙа, икеләнеү ҙә бар, шулай ҙа тырышып уҡырға керештем. Дөйөм вокалдан уҡытҡан Джон Мусин бер нисә дәрес үткәргәндән һуң, мине эйәртеп директорға, Камил Вәлиевҡа, алып инде. “Был егетте вокал бүлегенә күсерергә кәрәк”, – тигәс, Камил Абдрахман улы ҡаршы булманы, башҡа студенттарҙы ҡыуып етеү шарты менән 2-се курсҡа күсерҙе. Баязит Байназаров, Радмир Туйсин, Ғаяз Ғәйетбаев менән бергә уҡый башланым. Бер йылда ике курстың имтихандарын тапшырып, ноталарҙы өйрәнеп, уҡыуҙы дауам иттем. Шул йылда тәүге тапҡыр сәхнәгә сығып, халыҡ алдында сығыш яһаным, тулҡынланыуым һаман да хәтерҙә.
– Һеҙҙең талант һәм мөмкинлектәр менән опера театрында эшләй алыр инегеҙ, моғайын. Классик сәнғәт юлынан китергә теләгегеҙ булманымы?
– Булды, ул һаман да бар. Училищены тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға ингәйнем. Тик ярты йылдан ташларға тура килде. Әгәр дауам иткән булһам, тауышымды юғалтыр инем, моғайын. Ҡыҫҡаһы, ундағы уҡытыу алымдары менән килешә алманым. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым да Сибайҙа ҡалғайны, һағыныу еткән булғандыр инде, барыһына ла ҡул һелтәп, ҡайттым да киттем. Джон Әхмәт улы сәнғәт училищеһына уҡытырға саҡырҙы, тик минең йырлағы килә ине, филармонияла эш башланым. Классик йүнәлешкә ынтылышымды күреп, тәү осорҙа лекторий концерттары ҡуйырға мөмкинлек бирелде. Күпселек рус телендә йырланым, репертуарымда эстрада йырҙары бөтөнләй юҡ ине. Тик ярты йыл үткәс, йәйге гастролдәр башланды. План ҙур, артистар етмәй, миңә бер нисә көндә йырҙар өйрәнеп, юлға сығырға ҡушылды. “Һандуғас” йырын өйрәнгәнем иҫтә ҡалды, ҡалғандары онотолған да инде. Гастролдәр йәй буйы барҙы, ҡайтҡас та шул йүнәлештә эшләү дауам итте. Хәҙер инде классик йырҙарҙы һирәк башҡарам, әммә бөтөнләй ташлағаным да юҡ. Киләсәктә Сибай сәнғәт училищеһының оркестры менән концерт ҡуйырға теләйем. Тик уның өсөн оҙайлы репетициялар кәрәк, ә беҙҙең әлегә гастролдәр арҡаһында ундай мөмкинлек юҡ.
Опера сәнғәтенә, классикаға һөйөү уятҡан уҡытыусым Джон Мусинға рәхмәтлемен.
– Заманында училищела уҡытыуҙан баш тартһағыҙ ҙа, бөгөн һеҙ унда уҡытып йөрөйһөгөҙ…
– Эйе, яйлап батырсылыҡ иттем. Талантлы балаларға үҙеңдең белгәндәрҙе өйрәтеү кәрәк. Театр, этно бүлектәре студенттарына дөйөм вокал дәрестәре алып барам. Һәм тағы ла вокал бүлегендә уҡыған ике бала бар. Уҡыусыларым Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инеп, йә берәй конкурста еңеп, һалған хеҙмәтемдең һөҙөмтәләре күренһә, рәхәтлек тойғолары кисерәм, ғорурланам. Ә инде дүрт йыл буйы уҡып, баҙарҙа һатыу итеп торһа, үҙенең дә, минең дә хеҙмәтте юҡҡа сығарһа, күңелгә ауыр.
– Һеҙ йырҙар ҙа ижад итәһегеҙ. Ниндәй мәлдәрҙә тыуа улар?
– Үҙемде композитор тип иҫәпләмәйем, ижад иткән йырҙарым тиҫтәнән әҙ генә ашыуыраҡ. Был процесты аңлата алмайым. Йырҙар күберәк күңелгә ауыр саҡта тыуа, шуғалыр ҙа улар бер аҙ һағышлы. Бер осраҡ хәтерҙә ҡалды тағы ла: ниндәйҙер концерттың аҙағында йырларға йыр таба алмайбыҙ. Көнө килеп етте, ә беҙ әҙер түгел. Шул саҡта режиссерыбыҙ, Миләүшә Ҡаһарманованың шиғырын ҡулыма тоттороп: “Рөстәм, иртәгә йыр әҙер булһын!” – тигәйне. Ниндәйҙер ҡөҙрәт менән төндә йыр тыуҙы һәм беҙ уны концертта башҡарҙыҡ.
– Ә йырҙарығыҙҙы башҡа йырсыларға тәҡдим итәһегеҙме?
– Юҡ, үҙем генә башҡарам. Былтыр Ҡала көнөндә 50-ләп бала мин Абдулхаҡ Игебаев шиғырына ижад иткән “Башҡортостан – илгенәм” йырын башҡарҙы. Тик улар уны кем яҙғанын да белмәй булып сыҡты. Йырлаһындар ул, ҡаршылығым юҡ. Тик халыҡҡа автор тураһында ла мәғлүмәт барып етергә тейеш, тип уйлайым.
– Ғәҙәттә, һәр йырсыны популяр иткән йыры була. Һеҙҙе халыҡ “Кисер, улым” йыры аша белә, хатта уның аша төрлө имеш-мимеш тә таралып өлгөрҙө. “Рөстәм Хәсәнов, ысынлап та, ғаиләһен ташлап киткән, ти бит ул!” – һәр хәлдә, ошо хәбәрҙе мин һәр саҡ ишетеп йөрөйөм…
– Был йырҙы Зөһрә апай Фәйзуллина икенсе йырсы өсөн яҙғайны, әммә ул баш тартҡас, миңә бирҙе. Матур һәм йөрәккә үтеп инһен өсөн көй уйнағанда бала тауышы өҫтәп, уны биҙәнек. Артист мотлаҡ үҙ тормошона ҡағылған йырҙы башҡара, тигән һүҙ дөрөҫ түгел ул. Киреһенсә, ул тамашасының күңеленә үтеп инерлек, тетрәндерерлек, фәһем алырлыҡ булырға тейеш.
Ә ғаиләмә килгәндә, ҡатыным берҙән-бер генә. Зәлифә менән сәнғәт училищеһында уҡығанда танышҡайныҡ. Ул һөнәре буйынса рәссам, әлеге мәлдә декрет ялында. Ғаилә ҡороуыбыҙға 16 йыл булды, Арсен, Ләйсән, Асман исемле балалар үҫтерәбеҙ.
– Бала саҡта спорт менән шөғөлләндем, тигәйнегеҙ. Хәҙер ҙә дуҫлыҡ дауам итәме?
– Эйе, спортты ташлағаным юҡ. Аҙна һайын волейбол уйнарға йөрөйөм. Ярыштарҙа ҡатнашып торам. Теннис буйынса сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында алдынғылыҡты бирмәйем, йыл һайын чемпион титулын яулайым. Әлбиттә, профессионалдар менән уйнарға батырсылыҡ итмәҫ инем. Улар бит көн һайын уйнай, ә мин – ваҡыт булғанда ғына.
– Сәхнәгә ижадтың, сәнғәттең матур яғы ғына сыға. Ә бына сәхнә артындағы ауырлыҡтарҙың, ижади көрсөктәрҙең ир-атты һындырыуы мөмкинме?
– Ауырлыҡтар ирҙәрҙе генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙы ла һындыра ала. Ҡайһы бер ваҡыт ныҡ ауыр булып китә, хатта сәхнәгә сыҡҡы килмәй. Ундай мәлдәр, ғәҙәттә, көнөнә икешәр концерт биреп, 15-әр көнлөк гастролдәрҙә йөрөгәндә була. Аҙаҡҡы 2 – 3 көн бигерәк ваҡыт яй үтә, арыта. Балалар һағындыра, өй тарта. Шул мәлдәрҙә эмоцияларҙы йүгәнләй, күңелде һаҡлай белергә кәрәк. Бәлки, шуға ла ҡайһы бер йырсылар, айырыуса ир-егеттәр сәхнәнән китәлер.
– Ир-ат бәхете нимәлә? Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле кеше тип иҫәпләйһегеҙме?
– Ағасты күп ултырттым, бала саҡтан беҙҙе урман ултыртырға йөрөтәләр ине. Баймаҡҡа ҡайтҡан һайын буй-буй булып ултырған ағаслыҡтарға ҡарап, уларҙың йәшәреп ултырыуында минең дә ҡул көсөм бар бит, тип ғорурланып алам. Ғаиләбеҙ өсөн шәхси йорт һалдым. Эштән ҡурҡа торған холҡом юҡ, белмәһәм, өйрәнергә тырышам. Кирбес һалырға ла өйрәндем, балта эшен дә башҡарам. Баҡса сәсәбеҙ, емеш ағастары ла гөрләп үҫеп ултыра. Аллаға шөкөр, балалар ҙа үҫеп килә. Уларҙы иҫән-һау тәрбиәләп, үҙ тормоштарын күрергә яҙһын инде. Тимәк, мин үтә лә бәхетле кешемен.
Источник: http://www.ye02.ru/news/kl/13908-eshtn-ura-toran-holom-yu.html