Берҙәмлек һәм теләктәшлек өлгөһөн күрһәттек

Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостан буйлап гастролдәрен дауам итә. Тамашасылар өсөн сәхнә оҫталары үҙенсәлекле «Дәртле йәшлек бейеүҙәре — һағындырҙың, РИТАЙЫМ!» тигән концерт программаһын әҙерләне. Режиссеры һәм балетмейстеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының төп белгесе Гөлназ Аҡназарова.

Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолдо. Ансамбль етәксеһе Азат Нәбиуллин белдереүенсә, Сибай концерт-театр берләшмәһе артистарының бер өлөшө резервтағылар иҫәбендә хәрби әҙерлек үтеүгә юлланыу сәбәпле, концертта ҡатнашыусылар составы үҙгәрҙе һәм программаны яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Уға уҙған быуаттың 60-сы — 70-се йылдарында башҡарылған бейеүҙәр, йырҙар, уйындар ингән. Режиссерҙың уй-фекере буйынса, шул заман костюмдары, музыка, сәхнә кәүҙәләнеше, һағыш тойғоһо сәхнәгә заманса профессиональ эшкәртеү аша ҡайта. Сибай артистары Күмертау, Ишембай, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ ҡалаларында сығыш яһаған, уларҙы 17 октябрҙә — Мәләүездә, 18 октябрҙә — Дүртөйлө ҡалаһында, 19 октябрҙә — Нефтекамала, 20 октябрҙә Туймазыла көтәләр.