Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселеге Ҡазан ҡалаһында мобилизация буйынса хәрби полигонда әҙерлек үтеүсе егеттәребеҙҙең хәлдәрен белешеп ҡайтты. Хәл белешеү, теләктәр әйтеү – борондан килгән изге йола. Хәрби хеҙмәттә кәрәкле әйберҙәр, тыуған яҡ күстәнәстәре (бигерәк тә шифалы ҡымыҙ!) коллегаларыбыҙҙа танһыҡлы хистәр уятҡандыр. Ҡыҙҙарыбыҙ триоһы башҡарыуындағы “Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ” йыры рухи күстәнәс булып, социаль селтәрҙәрҙә күпләп урын алды. Тыуған яғыбыҙға имен ҡайтығыҙ, дуҫтарыбыҙ!