Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик бейеүҙәрҙән генә торған “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле программаһы менән Башҡортостан ҡалалары буйлап гастролдә йөрөй. Планлаштырылған туғыҙ ҡаланың етеһендә коллегаларыбыҙ уңышлы сығыш яһанылар. Баш ҡалала үткән концерт Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән егеттәребеҙгә тура эфир аша күрһәтелде. Кискеһен буласаҡ концерт алдынан төрлө уҡыу йорттары талиптарына лекторий-концерттар ҙа күрһәтелә. Уңышлы сығыштарығыҙ уңышлы тамамланһын!