“Сулпан” балалар театрының Бөрйән районындағы гастролдәре тамам. Тамашасыларға А.П.Чеховтын «Каштанка» хикәйәһе буйынса ҡуйылған спектакль күрһәтелде.
Цирктың ҡабатланмаҫ атмосфераһын, шаулы урамдарҙың ығы-зығыларын асыҡ итеп күрһәтә алған тамаша балалар тарафынан йылы ҡабул ителде.