Иғтибар!!! Хөрмәтле дуҫтар!! Сибай концерт – театр берекмәһе “Йондоҙҙар атылғанда” тип аталған өр-яңы тамаша менән 28 -се ИЖАД МИҘГЕЛЕН аса!
Йыһан һәм йондоҙҙар донъяһы борон-борондан барса халыҡтарҙы ла ҡыҙыҡһындырған. Мәшһүр “Урал батыр” эпосы ла Ҡояш юлы буйлап йондоҙҙар сәйәхәте ул. Башҡорт халҡында йондоҙҙарҙы белеү ерҙең картаһын белеү булып һаналған. Бына ошо хаҡта һөйләй ҙә инде “Йондоҙҙар атылғанда” концерт-программаһының беренсе бүлеге. Ә икенсе бүлектә халыҡ һәм эстрада йырҙары, бейеүҙәр һәм нәфис һүҙ йыһан киңлегендәге күк есемдәре серҙәренә төшөндөрә.
Ерҙәге бөтөн мөғжизәләр йондоҙҙар атылғанда бара!
Сценарий авторы – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова,
Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина,
Композиторы, музыкаль етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.
Концерт 4 октябрь көнө А . Мөбәрәков исемендаге Сибай драма театры бинаһында үтәсәк.

Башлана киске сәғәт ⏰ 7-лә.
? Билет хаҡы 300 һум.