10 сентябрь көнө «Сулпан» балалар театрында А.П.Чеховтын «Каштанка» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы булды. «Кесе тыуған ил мәҙәниәте» – «Театр — балаларға» проекты буйынса башҡарылған эште саҡырылған ижади төркөм башҡарҙы:
Ҡуйыусы режиссер Шәйхзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәңғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев.
Сценография һәм костюмдар – Юлиә Ғиләзева
Хореографы- Александр Родионов.
Спектакль июнь айында әҙерләнеп тапшырылды. Тамашасы хөкөмөнә сентябрҙә сығарылып, премьераны иң беренсе булып ҡаланың 8-се мәктәп уҡыусыларына ҡарарға яҙҙы.
Режиссер Мөсәлим Күлбаев цирктың ҡабатланмаҫ атмосфераһын, шаулы урамдарҙың ығы-зығыларын асыҡ итеп күрһәтә алып бик яҡшы спектакль сығарыуға өлгәште. Рәссам Юлиә Ғиләзева ижад иткән декорация һәм костюмдар шул заман рухын оҫта һүрәтләй. Актерҙарҙың йәнле уйыны, хореограф Александр Родинов һалған бейеүзәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йәш тамашасылар эт, бесәй, ҡаҙ һәм сусҡаның сығыштарын бик йылы ҡаршы алдылар.